Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы күренекле башҡорт композиторы Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөтәсәк

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы күренекле башҡорт  композиторы Салауат Низаметдиновтың исемен йөрөтәсәк 14.10.2014

Был ҡарар Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы республика алдындағы күренекле ҡаҙаныштары һәм һәм айырым хеҙмәттәре  булған шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү һәм уларҙы данлау буйынса комиссия ултырышында хупланған.

Ултырыш протоколы Рөстәм Хәмитов тарафынан раҫланған. Композиторҙың ҡатыны Рәзидә Низаметдинова әйтеүенсә, моң эйәһенең исемен мәңгеләштереүҙә артабанғы аҙым булып уның тыуған ере - Учалы районының Миндәк ауылында талант эйәһенең йорт-музейын асыу мәсьәләһе тора. Арҙаҡлы композитор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, тиҫтәләрсә опера, хор, инструменталь әҫәрҙәр, йырҙар һәм романстар авторы Салауат Низаметдинов 2013 йылда ҡапыл вафат булды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку