Уҡыу йылын йомғаҡлап, Баймаҡ районының халыҡ ижады үҙәгендә «Йондоҙҙар парады» үтте

Уҡыу йылын йомғаҡлап, Баймаҡ районының халыҡ ижады үҙәгендә «Йондоҙҙар парады» үтте 03.05.2017

Сарала Рәсәй, республика кимәлендә уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар, уларҙың һәләтен үҫтереүгә тос өлөш индергән уҡытыусылар тәбрикләнде.

Һәр беребеҙҙең дә киләсәккә илтер юлы, үҙ аллы тәүге һуҡмағы - белем усағынан башлана.  Баймаҡ районында һуңғы ҡыңғырау  алдынан алдынғы уҡыусыларҙы «Йондоҙҙар парадында» тәбрикләү йолаһы бар. Был юлы ла район - һәләтле уҡыусыларҙы тәбрикләне. Унда тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе, район, ҡала, республика, хатта бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, спорт өлкәһендә  призлы урындар яулап, мәктәбенең, райондың данын күтәреүселәр саҡырылды.
Бөгөнгө алдынғы технологиялар заманында киң мәғлүмәт селтәрҙәре аша республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә уҙған конкурстарҙа ла интернет аша   ҡатнашыу мөмкинлеге бар.  Мәҫәлән райондың Иҫке Сибай ауылының Сулпылар балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Инсаф Аралбаев  Рәми Ғәриповтың һикһән биш йыллығына  арналған  видеоконкурста  ҡатнашып, республика кимәлендә  өсөнсө урынға сыға.
«Йондоҙҙар парадына» Гөлнара Ҡәҙәрбаева Баймаҡ лицей-интернатынан килгән.   Ҡыҙ быйылғы уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса  төбәк ара олимпиадала икенсе йыл ҡатнашып  призлы урынға лайыҡ була. Шулай уҡ ул Урал батыр эпосын һөйләү буйынса ла  республика кимәлендә  үҙен һынап ҡарай.
Һәр уҡыусының еңеүе артында педагогтың тырыш хеҙмәте ята. Йондоҙҙар парадында сәхнә түренә үҙ эштәренең оҫталары, танылған уҡытыусылар ҙа маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Әле үк алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, шуларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышып уҡыу кәрәклеген яҡшы аңлаған был сараның төп геройҙары барыһы ла маҡтауға лайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика