Һуғыш тарихы – фотоһүрәттәрҙә

Һуғыш тарихы – фотоһүрәттәрҙә 08.05.2015

«Башҡортостан» гәзите  редакцияһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған  күргәҙмә асылды.  

Һуғыш еле «Башҡортостан» гәзитен дә ситләп үтмәй.  Абруйлы матбуғат баҫмаһының  50 журналисы ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырып фронт һыҙығына юллана.  Бөгөнгө  күргәҙмәгә ошо яу ҡаһармандарының фотоһүрәттәре  ҡуйылған. Журналист-яугирҙар дошман илбаҫарҙарын ҡыйратыу менән бер рәттән гәзиткә мәҡәләләр ҙә ебәреп, халыҡтың Еңеүгә булған өмөтөн арттырып тора.  Ойоштороусылар әйтеүенсә,  фронтовик журналистар йәш быуын өсөн  тыуған илгә һөйөү,  ҡыйыулыҡ өлгөһө булып тора һәм уларҙың яҡты иҫтәлеген быуындан-быуынға тапшырыу изге бурыс.
Күргәҙмәлә фронтовик журналистарҙың фотоһүрәттәре менән бер рәттән  гәзиттең  «Ҡанлы йылъяҙма» рубрикаһында  ҡатнашыусыларҙың эштәре лә  ҡуйылған.   Тарихи датаға аранлған конкурс йыл башында  иғлан ителә.  Редакцияға  республиканың төрлө төбәктәренән  хаттар килә, уҡыусылар  һуғыш михнәтен үҙ иңендә кисергән яҡындары хаҡында яҙа.  Иң яҡшы туғыҙ материал  күргәҙмәлә урын алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика