Уҙған йәкшәмбе Рәсәйҙә ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнде 29.05.2017

Сик буйы ғәскәрҙәре 1918 йылдың 28 майында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы директиваһына ярашлы ойошторола  һәм ошо ваҡыттан алып  дәүләтебеҙҙең ныҡлығына хеҙмәт итә.  Байрам кисә республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә билдәләнде. Ә бына Әбйәлил районы үҙәгендә сик һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асылды.

Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә йәмғиәттә элек-электән ихтирамлы ҡараш  йәшәп килә. Сөнки ил сиген һаҡлау бәхете рухи һәм физик яҡтан сыныҡҡан ир-егеткә генә тәтей. Ҡыҙғанысҡа, һуңғы йылдарҙа сик һаҡсылары сафы контракт нигеҙендә тулылана. Бөгөн республикала төрлө йылдарҙа дәүләт сиген һаҡлаусы меңдәрсә ир-ат иҫәпләнә.
Әбйәлил районында ғына төрлө йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр һаны өс йөҙҙән ашып китә. Бер нисә ай элек улар  ҡорға йылылып, Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары йәмәғәт ойошмаһын төҙөгән. Беренсе осрашыуҙа уҡ пограничниктар район үҙәгендә сик һаҡсылары хөрмәтенә һәйкәл асыу мәсьәләһен күтәрҙе. Күп тә үтмәй, үҙәк майҙанда ил һаҡсыһын менән уның тоғро этен кәүҙәләндергән һәйкәл сафҡа инде.  
Заказ буйынса Магнитогорскиҙан килтерелгән һәйкәлдең ауырлығы 6 центнер самаһы. Уны эшләтеүгә районда йәшәгән барлыҡ пограничниктар ҙа үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан.  
Ил сиге һаҡсылары Ватаныбыҙҙың данлы йолаларына тоғро ҡала. Байрам тантанаһынан күренеүенсә, улар бөгөн дә алғы һыҙатта. Ә инде пограничниктарҙың башланғысын башҡа ғәскәрҙәр ветерандары ла күтәреп алмаҡсы. Тимәк, киләсәктә ил халҡының хәрби ҡаҙаныштарын данлаусы һәйкәлдәр тағы ла артасаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика