Тырышлыҡ булһа, мөмкинлектәр киң

Тырышлыҡ булһа, мөмкинлектәр  киң 01.12.2016

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роберт Мәүләтҡолов гитарала оҫта уйнап ҡына ҡалмай, шиғырҙар-йырҙар ҙа ижад итә, фән менән ҡыҙыҡһына.

Гитара ҡылдарын оҫта сирткән Роберт Мәүләтҡолов - буласаҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул музыка ҡоралында уйнарға өс йыл элек кенә өйрәнә башлаған. Йыр-моң донъяһына ғашиҡ  егет  ҡурай, гармунда ла яратып уйнай. Тыумыштан уң ҡулы һыңар бармаҡлы ғына булыуы ижадсыға маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа бер ҙә ҡамасауламай.
Егет юғары уҡыу йортонда уңышлы эшләп килгән «Ашҡаҙар» әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнә. Бында ул ижадташ дуҫтарын яңы ғына яҙған шиғырҙары аша үҙенең тормош фәлсәфәһе, уй-кисерештәре менән таныштыра. Дүрт юллыҡтарына көй һалырға ла өйрәнгән. Йырҙарында башлыса мөхәббәт, тормош мәғәнәһен асыҡларға тырыша. Шулай уҡ ижадында депрессив тондар ҙа бар. Яңғыҙлыҡ тематикаһына арналған шиғырҙары ла байтаҡ. Роберттың яҙыу стиле лә үҙенсәлекле,-ти дуҫтары.
Роберт әүҙем студент тормошо менән йәшәй. Факультетта ойошторолған һәр мәҙәни сара гитара моңдарына сорнала. Уҡыуҙа ла һынатмай. Ғилми эштәр яҙа. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша.
Яңыраҡ Роберт үҙенең яңы һәләтен дә асҡан. Хәҙер ул үҙе дүрт юллыҡтар, хикәйәләр ижад итеп кенә ҡалмай, башҡа классиктарҙың әҫәрҙәрен  тәржемә итә башлаған. Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ булғанда  барыһына ла өлгәшергә мөмкин, ялҡаулыҡтан ҡасырға кәрәк тигән ҡарашта егет.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика