Туймазыла республика асыҡ балалар хореография фестивале үтте 03.04.2015

Район мәҙәниәт һарайына Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән, Удмуртиянан, Пермь  крайынан  меңгә яҡын  ҡыҙ һәм егет йыйылды.

Йәш артистар сәхнә түре еңел генә яуланмауын, бейеү сәнғәтендә ҙур уңыштарға ирешеү өсөн күп көс талап ителеүен яҡшы аңлай.  Бейеүселәр ансамбле төҙөүсе хореограф та  һоҡланғыс  тамаша  әҙерләүгә күп тырышлыҡ һала. Төп талап - балалар ижадын тамашасыға бар хозурлығында еткереү. Төрлө тарафтарҙан килгән йәш һәләттәрҙе ГИТИС-тың хореография кафедраһы доценты,  Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Щеголева рәйеслегендәге жюри баһаланы.
Тамашасылар  Мәләүездән «Көнгәк»,  Борайҙан «Дуҫлыҡ», Бүздәктән «Өмөт» һәм әлбиттә, Туймазынан «Сәфәр» өлгөлө балалар хореография  ансамблдәренең  сығышын көслө алҡыштарға күмде.
Хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҡоролған «Дуҫлыҡ әйләнәһе» Туймазы ерендә матур йолаға әүерелеп бара. Был сара бер яҡтан  бейеүсе һөнәре, бейеү сәнғәтенең  абруйын арттырыуға, икенсенән,  халыҡ араһынан сыҡҡан таланттарҙы асыҡлауға булышлыҡ итә. Исеме үк әйтеп торған «Дуҫлыҡ» байрамы  Башҡортостандың һәм Рәсйҙең төрлө тарафтарында йәшәүсе балаларҙы дуҫлаштыра.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика