Туймазы районының Төмәнәк ауылында «Көҙгө муллыҡ байрамы» үтте 25.11.2016

Уның сиктәрендә Мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо.

Шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнгән тиҫтәнән ашыу ғаилә бында халыҡҡа ит-һөт продукцияһын, йәшелсә, киптерелгән емеште арзан хаҡҡа тәҡдим итте. Умартасылар ҙа мул уңышы менән уртаҡлашты. Сараға бәлеш бешереп, ҡоймаҡ ҡойоп килеүселәр ҙә булды. Был ризыҡтарҙы һәр кем тәмләп ҡарай алды. Гөл-сәскә яратыусылар ҙа йәрминкәнән ситтә ҡалмай. Тырыштар һәм уңғандар бер майҙанда йыйылып, ауылдаштарына күңел байрамы бүләк итте.
«Көҙгө муллыҡ» байрамында ҡатнашыусылар өсөн ауылдың үҙешмәкәр артистары бай йөкмәткеле концерт программаһын да әҙерләй. Йыр-бейеү коллективтарының сығыштарын барыһы ла алҡыштарға күмде. Артабан сәхнәлә Төмәнәктә шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләләр, эшҡыуарҙар тәбрикләнде, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика