Туймазы районында билдәле балалар композиторы һәм  эстрада йырсыһы Альбина Имаеваның юбилей кисәһе үтте 12.11.2014

Талант эйәһен сәхнәләш дуҫтары, ул етәкселек иткән  балалар вокал-эстрада студияһы тәрбиәләнеүселәре ҡотланы.

Йыл һайын Альбина Имаеваның уҡыусылары Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән ижади конкурстарҙа еңеү яулай. Композитор башҡорт, татар һәм рус телдәрендә 500-ҙән ашыу йыр ижад иткән.  Компакт-дисктар, аудиоальбомдар, шулай уҡ балалар өсөн фортепиано һәм хор әҫәрҙәре йыйынтыҡтары сығарған. Бигерәк тә тыуған яҡтарына арнап ижад ителгән  йырҙары яҡташтары күңеленә хуш килә. Альбина Имаеваның исеме республиканан ситтә лә яҡшы таныш. Башҡортостандан тыш,  ул Татарстанда, Балтика буйында, Үзбәкстанда һәм Себерҙә балалар һәм өлкәндәр өсөн  бик күп концерттар уҙғарҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика