Туймазы районы Серафимовка мәктәбенең 2-се синыфы уҡыусыһы Милана Полякова «Изгелек көсө» тип аталған йәнһүрәт төшөргән 25.02.2016

Милана әкиәт геройҙарын пластилиндан әүәләгән. Һәр персонаждың хәрәкәтен фотоаппаратҡа, видеояҙмаға төшөргән. Минут ярымлыҡ йәнһүрәт өсөн 364 кадр тупланған. Артабан анимацион фильм махсус программа буйынса йыйылған. Ижади эште башҡарып сығырға уҡытыусыһы ярҙам иткән. Йәнһүрәт менән улар «Балалар әҙәби картаһы» республика конкурсында  ҡатнашҡан.  

Ләйсән Сиражетдинова, Серафимовка мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы: «Милана ҡул эшенә оҫта. Йәнһүрәтте ябай ғына программа буйынса йыйҙыҡ. Уны теләге булған һәр кем эшләй ала, тип уйлайым».
Милана Полякова, Серафимовка мәктәбенең 2-се синыф уҡыусыһы: «Мин был эшем менән ауырыу балаларға йылмайыу,  яҡшы кәйеф бүләк итергә теләйем».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика