«Turkvision» йыр фестивалендә Башҡортостан исеменән «Заман» төркөмө өсөнсө урынға лайыҡ булды 24.11.2014

Төрки донъяның быйылғы мәҙәни үҙәге Ҡазанда йылдың күләмле бәйгеһе тамамланды. Эстафета артабан Төркмәнстан республикаһына тапшырылды.

«Заман»дар конкурсҡа Башҡортостанда үткән һайлап алыу турында ете конкурсант араһынан ебәрелә. Яҡташтарыбыҙҙың сығышын Башҡортостан халҡы ғына түгел, тотош рәсәйлеләр «Ҡурай» йыр-моң каналы аша күҙәтте. Тамашасы икенсе тапҡыр уҙғарылған йыр бәйгеһенән ҡәнәғәт ҡалды. Социаль селтәрҙәрҙә, бигерәк тә «Заман» төркөмөнә ҡарата һөйөүен белдереүселәр күп.
«Turkvision» - төрки халыҡтарҙың иң күләмле йыр бәйгеһе һанала. 25 ил үҙ дәүләт телендә сығыш яһаны. Конкурстың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 225 балл менән беренсе урынды Ҡаҙағстан йырсыһы Жанар Дуғалова яуланы. Татарстандан ни бары ике баллға ҡалышып Башҡортостан өсөнсө урынға лайыҡ булды. «Заман»дарҙың сығышына Хакас, Саха-Яҡут республикаһы, Әзербайжан, Болгария, Гагаузия, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан илдәре юғары 10 балл ҡуя. Ә башҡа илдәр 8, 9 мәрәй менән баһалай.
Ә иһә «Ҡурай» йыр-моң каналы етәксеһен ТМБ, йәғни «Төрөк музыка берлеге» каналы «объектив жюри» исеме менән баһалай. Был иһә киләһе йылда үтәсәк конкурсҡа йәнә жюри ағзаһы булыу тигәнде аңлата. «Turkvision» Халыҡ-ара йыр фестивале 2015-се йылдың Төркмәнстанда үтәсәк. Төрки донъяның мәҙәни үҙәге итеп Ашхабад ҡалаһы һайланды.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика