Туҙға төшөрөлгән һүрәттәр 28.01.2016

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Илдар Юнысов үҙенсәлекле ижад төрө менән шөғөлләнә.

Бысаҡ ярҙамында Илдар Юнысов туҙ ҡатламын бер нисә тапҡыр ҡыра. Уның өҫтөндә төрлө тәбиғәт күренештәре төҫмөрләнә башлағас, бумала менән буяу ярҙамында ағастар, болоттар төшөрә. Был шөғөл тураһында ул гәзиттә мәҡәлә уҡығас белә. Уның нескәлектәренә өйрәнеп, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Оҫтаның йортонда туҙға төшөрөлгән һүрәттәр байтаҡ. Туҙҙы алдан -яҙғыһын әҙерләй. Урмандан алып ҡайтып тәүҙә бер нисә аҙна киптереп, кәрәкле форма киҫеп ала. Тәбиғәт матурлыҡты үҙе тыуҙыра. Уны бары тик күрә белергә кәрәк, тигән фекерҙә ижадсы.
Һүрәттән тыш, ул йорт йыһаздары, ағастан юнып төрлө һындар ҙа эшләй. Һөнәре буйынса  Илдар Танһыҡ улы  уҡытыусы. Утыҙ йылға яҡын балаларҙы һынлы сәнғәт, тарих фәндәренән уҡыта. Һәүәҫкәр рәссам  үҙенең оҫталығын уҡыусыларына ла өйрәтә. Киләсәктә, туҙҙа төшөрөлгән эштәренән  күргәҙмә ойошторорға ла ниәтләнә. Кем белә, бәлки, бер нисә йылдан был шөғөл төп табышҡа ла әйләнер?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика