Циркта эшләү хәүефлеме?

Циркта эшләү хәүефлеме? 02.02.2015

Арена оҫталары ҡатмарлы трюктар башҡарып, халыҡты хайран ҡалдыра. Мөғжизәғә бай тамаша ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та. Тик һәр сығыш алдынан күпме тир түгелгәнен артистар үҙҙәре генә белә.

Өфөләр Мәскәү циркын дәррәү ҡаршы алды. Артистар бай программа тәҡдим итә.  Тамашала тиҫтәләгән ҡырағай хайуан ҡатнаша. Уларҙы ҡулға өйрәтеү еңелдән булмаһа ла, айыу, ҡалпан, маймылдар төрлө трюктар башҡарҙы . Был, әлбиттә, - цирк оҫталарының оҙайлы эш һөҙөмтәһе.
Һыбайлылар сығышы төрлө яҡлап байытылған. Етеҙ акробаттар сабышына күҙ эйәрмәне. Әйткәндәй, был тамашала барлығы 25 ат ҡатнашты.
Шаян клоундар балаларҙы төрлө уйындарҙа ҡатнаштырып көлдөрһә, гимнастар һауала бер ниндәй нығытмаһыҙ күнегеүҙәр яһап, барыһын да таң ҡалдырҙы.
Тамерлан Нуғзаров, цирк труппаһы етәксеһе: « Цирк үҙенсәлекле сәнғәт. Күп нәмә артистарҙың оҫталығынан тора.Уны бер ижад менән, шул иҫәптән кино менән сағыштырып булмай, бында барыһы ла тәбиғи»...    
Ысынлап та, фильмдарҙа бер кадрҙы бер нисә мәртәбә төшөрөргә, монтаж ярҙамында ышана алмаҫлыҡ  кадрҙар эшләргә була. Ә циркта хаталанырға ярамай. Бында артистар икенсе тормош алып бара.    
Ҡыйыулыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән шөғөл менән беҙ ҙә яҡындан танышырға булдыҡ. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, һауаға күтәреләбеҙ.
Мәскәү артистары аттар менән күптән шөғөлләнә, был хайуандар ярҙамында төрлө ҡатмарлы трюктар әҙерләнгән. Әлеге номерҙа ла ат бер нисә секунд эсендә юғары тиҙлек алып, манеж буйлап сабырға тейеш. Был тәү сиратта, артисҡа бейеккә күтәрелеү өсөн кәрәк. Тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә еткереп булмай. Сөнки был кескәй генә трюкты башҡарыу өсөн дә ҡурҡыу тойғоһон ситкә ҡуйыу зарур.
Цирк майҙанында мөғжизәләр тыуҙырыу еңелдән түгел. Артистар үҙҙәрен йәлләмәй һәр сығышты теүәл үтәргә тырыша. Бер генә яңылыш аҙым да ғүмер өсөн ҡурҡыныс тамамланыуы ихтимал. Циркта тик үҙ һөнәрен генә яратҡан кешеләр эшләй алыуына беҙ ҙә инандыҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика