Циркка – бушлай 28.01.2015

Бөгөн Өфөгә гастроль менән килгән Мәскәү  циркы артистары күрһәтмә репетиция ойошторҙо. Залда буш урындар юҡ ине тиерлек. Сара тамашасыларҙы күп йыйҙы. Уларҙың күбеһе - балалар.

Мәскәү ҡунаҡтарының сығыштары башлыса аттар ҡатнашлығында үтә. Тояҡлы хайуандар өсөн күнекмәләр  көн һайын уҙғарыла. Программала һыбайлылар, акробаттар сығышы,
ҡылыс һуғышы... Өйрәтелгән айыуҙар, эттәр, леопардтарға ла берәү ҙә битараф ҡала алмай.
Труппа етәксеһе Тамерлан Нуғзаров күптән циркта аттарҙың сығышын тергеҙеү тураһында хыялланған. Ул тәүҙә артист булып эшләй, артабан үҙенең төркөмөн ойоштора. Унда хәҙер  тоҡомло 25 ат бар. Араларында иң ҡиммәтлеһе - Маэстро исемле айғыр. Ул 16-сы быуатта Австрияла үрсетелә башлаған Липпициан тоҡомонан.     
Тамерлан Нуғзаров, цирк труппаһы етәксеһе: «Атты сығыштарға әҙерләү бик яуаплы эш. Ҡабаланырға ярамай. Хайуанға ҡарата яғымлы булырға кәрәк. Әлеге аттар менән йыл самаһы ғына шөғөлләнәбеҙ. Шуға ла улар ҡатмарлы сығыштарға тулыһынса әҙер тип әйтеп булмай».
Тамашасылар асыҡ репетицияны ҡарап ҡына ҡалманы, улар өсөн «Иң ҡыҙыҡлы һорау» уйыны ойошторолдо. Балалар труппа эше һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынды, иң үҙенсәлекле һорау авторын бүләк көттө.
Ҡағиҙә булараҡ, Өфө дәүләт циркында асыҡ ишектәр көнө һәр яңы программа алдынан ойошторола. Сараға инеү бушлай, асыҡ репетицияға һәр кем килә ала. Бында цирк артистарының сығыштарға нисек әҙерләнгәнен күрергә мөмкин. Ә инде Мәскәү ҡунаҡтарының сығышы  24 февралгә тиклем дауам итә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика