Тормош һәм ижад 25.02.2016

Яҙыусы, шағир һәм публицист Мәхмүт Ураҙаевҡа быйыл 80 йәш тула. Әүҙем тормош алып барған авторҙың күптән түгел  ике томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күргән, Мәхмүт Һибәт улы әле тағы бер китап өҫтөндә эшләй. Бынан тыш, яҙыусы тыуған  ауылында китапхана асырға уйлай.

Мәхмүт Ураҙаев һуңғы шиғырҙарының береһендә ғүмер тураһында уйлана. Кеше өлөшөнә төшкән ваҡыт шул тиклем ҡыҫҡа, уны мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк ҡулланырға кәрәк, ти ул. Шуға ла ул ең һыҙғанып ижад итеүен дауам итә. Яңыраҡ яҙыусының драмалар һәм поэмалар йыйынтыҡтары донъя күргән, сиратта сәсмә әҫәрҙәр. Әле әҙип яҡташы, Башҡортостандың халыҡ артисы Сөләймән Абдуллин тураһында яҙа. Уның тормош юлы өлгө алырлыҡ миҫал тип билдәләй автор. Һүҙҙең көсө шәхесте тәрбиәләү, кешегә дөрөҫ йүнәлеш биреү өсөн ҡулланылырға тейеш тип иҫәпләй Мәхмүт Һибәт улы.
Ҡыйынлыҡтарға бирешергә күнекмәгән Мәхмүт Ураҙаев. Мәктәп йәшенән үк ҡәләм тибрәтә башлаған егет юғары белем алған осорҙан Ҡыйғы район гәзитендә хәбәрсе булып эшләй башлай, районда уны әле һаман тик ыңғай яҡтан иҫкә алалар. Шул ваҡыттан бирле ҡәләмен ташламай замандашыбыҙ,  тиҫтәнән ашыу китап авторы, ҡулъяҙмаларҙа тағы 3 томға етерлек шиғырҙары һаҡлана. Мәхмүт Ураҙаев әҙәбиәт кешене тәрбиәләргә, уға дөрөҫ йүнәлеш бирергә тейеш тигән фекерҙә, һүҙен ҡеүәтләп әҙип тыуған ауылында китапхана асырға йыйына.
Ейәнсуралар ҙа яҙыусының башланғысын хуплап сыҡҡан, буласаҡ китапханала бер эш урыны булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ғәббәс ауылында тәүге белем һәм ижад сығанағы Мәхмүт Һибәттең күркәм юбилейында - майҙа асылыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика