Үткәндәргә заманса ҡараш 12.07.2017

Бер ай элек Өфөнөң ВДНХ экспо күргәҙмәләр үҙәгендә асылған «Рәсәй - минең тарихым» интерактив музейы халыҡ араһында киң популярлыҡ яулай бара. Әлегә тарихи парк менән биш меңгә яҡын кеше танышҡан.

Интерактив өҫтәлдә - тиҫтәгә яҡын ҡаланың тарихы сағылыш тапҡан. Өфө кремле, әйтерһең дә, икенсегә күтәртелә. 3-д реконструкция ярҙамында баш ҡаланың үткәне менән яҡындан танышырға була. Илшат Йәҙгәров та китап донъяһы аша алынған белемен «Рәсәй - минең тарихым» интерактив музейында нығытыуына бер ҙә  үкенмәй. Ил һәм республика хаҡында яңы документаль факттарҙың заманса технологиялар ярҙамында күрһәтелеүе - үҙенә күрә мауыҡтырғыс та.
Тарихи парк Рәсәй дәүләте барлыҡҡа килгәндән алып хәҙерге заманға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Мультимедиялы музейҙың майҙаны - 7 мең квадрат метр самаһы. Экспозициялар буйлап сәйәхәт биш сәғәткә иҫәпләнгән.
Экспозицияларҙа медиа-китаптар ҙа ҡуйылған. Уларҙың береһе - Башҡортостандың иҫтәлекле урындары тураһында. Тәбиғәт парктары, ҡурсаулыҡтар, мәмерйәләр, йылға-тауҙар - төбәктең бар матурлығы бер әсбапта тупланған. Әйткәндәй, тиҙҙән тарихи музейҙы ла Өфөнөң туристик маршрутына индереү күҙаллана.
Был аңлашыла. Бер ай эсендә генә интерактив үҙәк менән биш меңдән ашыу кеше танышып өлгөргән. Уҡыу миҙгеле башланыу менән тарихи паркҡа иғтибар тағы ла артасаҡ. Бында көнөнә 400-500 кеше ҡабул итергә мөмкинлек бар.
Евгений Маврин, «Арт-Өфө» мәҙәни-мәғариф үҙәге директоры: «Музейҙы ил тарихы тураһында дәреслек тип әйтергә була. Мәскәүҙән старт алған проектты тәүгеләрҙән булып  Өфө лә ҡабул итте. Әлегә Ҡытай делегацияһы, Ырымбур ҡунаҡтары ла мультимедиялы үҙәк менән танышып, заман технологияларының ҡулланылышын юғары баһаланы».
Ойоштороусылар музей ҡунаҡтарына онотолмаҫ сәйәхәт вәғәҙәләй. Тарихи материалдар менән танышыу, документаль фильмдар ҡарау, совет осоро музыкаһын тыңлауҙан тыш, бында теләгән һәр кем викториналарҙа ҡатнашып, белемен камиллаштыра ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика