Тирәк япраҡтарында һүрәттәр

Тирәк япраҡтарында һүрәттәр 11.09.2015

Яр Саллы рәссамы Хәмзә Шәрипов гербарийҙы сәнғәт әҫәренә әйләндергән. Ул көҙөн йыйған япраҡтарҙы киндер урынына ҡулланып үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрөп, Өфөлә эксклюзив күргәҙмә ойошторған.  

Күргәҙмәгә килеүсе һәр кем япраҡтарҙағы һүрәттәрҙә ниндәйҙер мәғәнә күрә, ә рәссамдар үҙҙәренең эштәре өсөн яңы идеялар уйлап сығара. Япраҡтарҙа рәсем төшөрөү Һиндостанда бер мең йыл элек уйлап сығарыла. Унда киндер урынына пипал үҫемлеге япраҡтары ҡулланылған. Рәссам Хәмзә Шәрипов Һинд техникаһы менән 5 йыл элек шөғөлләнә башлай. Һүрәт төшөрөү өсөн тирәк япраҡтарын һайлай.
Хәмзә Шәрипов, күргәҙмә авторы:  «Был идеяны мин үҙем уйлап таптым. Ағас япрағы - үҙенсәлекле объект. Япраҡҡа мөхәббәт, ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Уны тулыһынса буярға ярамай. Эштәрем кешеләргә оҡшай».
Был һүрәттәрҙе төшөрөүе еңел түгел. Иң тәүҙә бөжәктәрҙән ашалмаған, боҙолмаған япраҡтар табырға кәрәк. Киптерелгәс улар ватылыусан була. Шуға ла һүрәт акрил буяуҙары менән төшөрөлә. Уникаль экспозицияларҙы Өфөнөң  Наил Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейында  күрергә мөмкин. Ул 4-се октябргә тиклем эшләйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика