Тиҙҙән премьера!

Тиҙҙән премьера! 16.09.2014

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы юбилей миҙгеленә әҙерләнә. Театр артистары замансалаштырылған «Ҡара йөҙҙәр» спектакле өҫтөндә эшләй.

Илһөйәр Ғизетдинова 80-се йылдарҙа «Ҡара йөҙҙәр»ҙең тәүге спектаклендә Ғәлимә ролен башҡара. Повесть буйынса диплом эше лә яҙа. «Ҡара йөҙҙәр»ҙең яңы спектаклендә актриса Ғәлимәнең әсәһен уйнай. Сәхнә оҫтаһының ғүмерендә бер нисә этап роле була, Ғәлимә - шул ролдәрҙең береһе, ти ул.

Әле ижади коллектив репетиция менән мәшғүл. Актерҙарҙың һәр береһе үҙ ролен ихлас башҡара. «Ҡара йөҙҙәр»ҙең яңы вариантында хәрәкәттәр күп. Спектаклдең төп идеяһы һәм темаһы һаҡланып ҡалған. Милли әҙәбиәтебеҙ классигы Мәжит Ғафури повесы буйынса сәхнәләштерелгән әҫәр Башҡортостан Президенты грантына ҡуйыла.

«Ҡара йөҙҙәр»ҙә тамашасыларҙы был юлы үҙенсәлекле яңылыҡтар көтә. Сәхнәгә ҙур үҙгәрештәр индерелгән. Тамашасылар ваҡиғалар барышын залдан түгел, ә сәхнәнән күҙәтәсәк. Был тамашасыларҙы сәхнәләге ваҡиғалар дәүеренә илтәсәк, тигән фекерҙә театр коллективы.

Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку