Телевизор ҡараусылар «Башҡортостандың 100 шәхесен» билдәләй

Телевизор ҡараусылар «Башҡортостандың 100 шәхесен» билдәләй 14.11.2016

Республиканың төп телеканалы иғлан иткән проектҡа бөгөнгә 142 исем тәҡдим ителгән. Улар араһында Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы, танылған ғалим-шәрҡиәтсе Зәки Вәлиди, халыҡ яҙыусылары Зәйнәб Биишева менән Яныбай Хамматов, спортсы Ғабдрахман Ҡадиров, хәрби осоусылар Муса Гәрәев менән Мәғүбә Сыртланова, академик Нияз Мәжитов кеүек шәхестәр бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект киң яҡлы эшмәкәрлеге, ижады менән тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр өсөн тауыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул республиканың 100 йыллығына арнала һәм 2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ. Быйыл данлыҡлы шәхестәрҙең исемлеге асыҡланасаҡ. Бының өсөн 1 декабргә тиклем һәр кем үҙенең тәҡдимен Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтындағы анкетаға яҙа ала. 5 декабрҙә махсус комиссия кандидаттар араһынан 150 шәхесте һайлап ала. Артабан интернет-тауыш биреү юлы менән «Башҡортостандың 100 шәхесе» иғлан ителә. Киләсәктә һайланған тарихи шәхстәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында фильмдар төшөрөү ҙә күҙаллана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика