Телевидениела эшләмәйҙәр, ә уның менән йәшәйҙәр 21.11.2014

Туймазыла  хеҙмәттәшебеҙ Әлфинә Андреева ижад кисәһен үткәрҙе. Егерме йыллыҡ хеҙмәт юлы һәм матур ғүмер байрамы менән ҡотларға уны  яҡташтары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, сәнғәт әһелдәре йыйылды.  

Әлфинә Андреева егерме йыл элек нисек илһамланып ижад итә башлаған, бөгөн дә һөнәренә, булмышына тоғро ҡала. Шаран телевидениеһында сыҡҡан бик күп тапшырыуҙар авторы ул. Йәйге селләлә лә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла райондар гиҙеүенән туҡтамай. Бер көндө уны ауыл эшсәндәре, икенсе көндө мәҙәниәт әһелдәре янында күрергә мөмкин.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте лә Әлфинә Андрееваның  ярҙамын тойоп эшләй. Көнбайыш төбәктәрҙәге  яңылыҡтар  республика телевидениеһында  йыш  сыға. Шаран, Туймазы, Бәләбәй  һәм башҡа райондарҙа төшөрөлгән сюжеттар көнөндә килеп етә. Әлфинә   Васильевна   журналист ҡына түгел, ул  үҙе оператор, техник хеҙмәткәр, водитель .   Һауа торошо ла, көндәлек мәшәҡәттәр ҙә бында ҡаршылыҡ булып тора алмай. Ул һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика