Татыулыҡта - көс! 19.02.2016

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған республика байрамы үтте. Сара Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторолдо. Йәш таланттар, үҙешмәкәр коллективтар кескәй тамашасыларҙы төрлө милләттәрҙең йыр-моңо, бейеүҙәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы, һәр бер сығыш туған телгә, Ватанға һөйөү менән һуғарылғайны.

Байрам сиктәрендә кескәй тамашасылар өсөн уйын программаһы ла ойошторолдо. Унда билдәле шағир-яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡылды, балалар авторҙарҙы асыҡларға тейеш ине. Әйткәндәй, баш ҡалала үткән сараны ҡарарға Тәтешле, Благовар, Архангел, Ғафури райондарының тарихи-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ҡунаҡтар билдәләүенсә, илдәге тыныслыҡтың нигеҙе - милләт-ара татыулыҡта. Шуға урындарҙа ла туған тел байрамдарының үткәрелеп тороуы бик мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика