Татарстанда  «Крутушка» халыҡ-ара этник музыка фестивале үтте 30.08.2016

Рәсәй төбәктәренән  һәм сит илдәрҙән өс йөҙҙән ашыу халыҡты берләштергән абруйлы сарала  Башҡортостан данын «Сал Урал» этнотөркөмө яҡлай. Ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, дыңғыр, думбыранан торған этно-инструменталь проект өзләү менән тамашасыны таң ҡалдыра.

Халыҡ хәтерен һаҡлаусылар этник музыкаға заман яңғырашын да һалырға онотмаған. Ә традицион башҡорт өзләүе һәм ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәрен Рәйес Низаметдинов менән Илһам Байбулдин үткәргән. Фестивалдә ҡатнашыусылар шулай уҡ татар, керәшен, марый, сыуаш, удмурттарҙың да музыкаль традициялары менән таныша алған. Әйткәндәй, фестивалдә Пермь крайында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә башҡорт халҡының мәҙәниәтен яҡлап сығыш яһаған. Фестиваль ҡунаҡтары туҡымалар менән эш итеү, балсыҡтан  һындар ҡойоу, ҡатмарлы уҡтар төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынып, заманса этно-йәнһүрәт тә төшөргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика