Тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ 09.06.2017

Ырыу тамырҙарын барлау  - элек-электән килгән  йола. Һәр ғаилә үҙ шәжәрәһен белергә бурыслы. Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылында йәшәүсе Сәғитовтарҙың да үткәне данлы, киләсәге өмөтлө.  

Йыл да Башҡортостан район-ҡалаларында йәшәүселәр ҙур ҡорға йыйыла, ырыу-тамырҙарын барлай. Сәғитовтар ҙа быуындар менән бәйләнеште юғалтмай. Нәҫел ағасын төҙөгәндә беҙ Башҡортостан милли архивы материалдарына таянып эш иттек, ти байрамды ойоштороусылар. Шәжәрәгә  Мәләүез, Күмертау, Салауат, Өфө ҡалаларынан һәм Нурдәүләт, Һабаш, Ергән ауылдарынан килеүселәр ҙә булды. Сәғитовтарҙың шәжәрә ағасы тамырҙары 1756 йылға барып тоташа. Ул сотник Сәғит Сөләймәнов атлы  кешенән башлана.
Сараға ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың концерты байрам кәйефе өҫтәне. Ауыл клубы байрамса биҙәлгән. Фойела ҡул эштәре күргәҙмәһе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ҡунаҡтар милли аш-һыу  - ҡымыҙ, сәк-сәк менән һыйланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика