Тарих һындары 19.03.2016

Сираттағы Бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсы еңеүсеһе тип Бәләбәйҙә йәшәүсе Альберт Хәбибуллин танылды. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы һәм Рәсәй рәссамдары ижади союзының төбәк ойошмаһы үткәргән беренселек тарих темаға арналды.

Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы менән Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Альберт Хәбибуллин конкурсҡа «Онотолған сиркәү» картинаһын тәҡдим итә. Ижади эш Гран-приға лайыҡ була. Хеҙмәткә оҫтаны Рәбаш разъезы ауылында урынлашҡан иҫке ғибәҙәтхана илһамландыра. Оҙаҡ йылдар емерек хәлдә торған бина бер нисә йыл элек  төҙөкләндерелә башлаған. Картинамда тарихи объекттарға иғтибар булмауын сағылдырырға тырыштым, ти рәссам.    
Альберт Хәбибуллин, Рәсәй рәссамдары  союзы ағзаһы: «Бындай храмдар күп бит, улар онотолоп емерек хәлдә ҡалалар. Уларҙы төҙөкләндереүселәр ҙә бар, ләкин проблема ҡыҙғанысҡа, тиҙ генә хәл ителергә оҡшамаған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика