Танылған музыкант Рәмил Ғәйзуллин Рәсәйҙең Николай Осипов исемендәге Милли академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының «Донъя турнеһы» проекты сиктәрендә сығыш яһаны 12.04.2017

Әйткәндәй, был Рәмил Мәүлит улының Чайковский сәхнәһенә һигеҙенсе тапҡыр сығыуы.

Тамаша Мәскәүҙең Петр Чайковский исемендәге концерт залында үтте. Проекттың авторы халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе һәм дирижеры  Владимир Андропов. Мәртәбәле сарала Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан, Ингушетиянан, шулай уҡ Әзербайжандан, Сүриәнән һәм башҡа илдәрҙән музыканттар ҡатнашты. Улар донъя халыҡтары көйҙәрен һәм йырҙарын башҡарҙы. Рәмил Ғәйзуллин проектта башҡорт халҡының милли музыка мираҫын күрһәтте. Ул Мәскәү халҡына һәм ҡунаҡтарына халҡыбыҙҙың алыҫ меңйыллыҡтар төпкөлөнән килгән оло тарихын, рухи мираҫын ҡурай моңдары аша еткерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика