"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында "Тыныслыҡ - теләгебеҙ" исемле диск донъя күрҙе 23.06.2016

Аудиойыйынтыҡ билдәле башҡорт яҙыусыларының Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тураһындағы әҫәрҙәренән төҙөлгән. Уларҙы республиканың халыҡ артистары уҡыған.

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова хикәйәне бар күңелен һалып, һәр кемдең йөрәгенә үтеп етерлек итеп уҡый. Әҫәр ҙә тап шуны талап итә. "Тамыр" телеканалы коллективы баҫтырып сығарған диск эстәлегенә Раил Байбулатовтың "Күңел күҙҙәре" хикәйәһе юҡҡа һайланмаған. Ул мәктәп тормошон һүрәтләй. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре, балаларҙың яҡшыны насарҙан айыра белеүе, холоҡтар формалашыуы күтәрелә.

Диск Ноғман Мусин, Әнүәр Бикчәнтәев, Кирәй Мәргән, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Азамат Ҡәҙерғолов кеүек яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән тупланған. Хикәйә, повестарҙан өҙөктәрҙе билдәле халыҡ артистары уҡый. Был аудиойыйынтыҡ бер яҡтан илһөйәрлек, Ватанға һөйөү тойғоһон асып һалһа, икенсенән башҡорт әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләй.

Әйткәндәй, "Тыныслыҡ - теләгебеҙ" исемле диск һатыуға тип сығарылмаған. Уға "Тамыр" телеканалы ойошторған конкурс-сараларҙа, тура эфир программаһында уйнатылған уйындарҙа ҡатнашып эйә булырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика