Таможня хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың милли музейын 225 тимер аҡсаға байытты

Таможня хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың милли музейын 225 тимер аҡсаға байытты 11.04.2017

Өс йыл элек Рәсәйгә был нумизматик коллекцияны законһыҙ рәүештә почта аша индерергә тырышалар, әммә таможня аша сәйер посылка үтмәй.

Уға арест һалына. Билдәләнгән тәртип буйынса барлыҡ тимер аҡса Рәсәй милкендә тип танытыла. Илдең мәҙәниәт министрлығы тарафынан коллекцияға экспертиза яһала, уның тарихи-мәҙәни ҡиммәте асыҡлана. Музейға тапшырылған матди байлыҡ араһында Франция, Бөйөк Британия, Испания, Греция, барлығы 35 илдең төрлө номиналдағы тимер аҡсаһы бар. Уларҙың иң иҫкеһе 19-сы быуаттың икенсе яртыһына ҡарай, 20-се быуат башынан ҡалған тәңкәләр араһында ла һирәк осрай торғандары бар. Киләсәктә яңы коллекция айырым күргәҙмә булараҡ халыҡҡа күрһәтеләсәк.
Башҡортостан таможняһы Милли музейға тәүгә генә нумизматик коллекция тапшырмай. 2012 йылда ла бер тимер аҡса даими һаҡлауға учреждение фондына ҡуйылған. Бынан тыш, музейҙың экспозицияларына халыҡ иғтибарына тәҡдим ителгән алтын, көмөш хазиналар ҙа етерлек.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика