Талантлы журналист та, тәжрибәле остаз да

Талантлы журналист та, тәжрибәле остаз да 14.01.2017

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, хөрмәтле коллегабыҙ Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы Йосопова үҙенең алтын юбилейын билдәләй. 90-сы йылдарҙа Мәскәү  дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡайтҡан белгес республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо менән ҡайнап йәшәй, радио-телевидение үҫешенә тос өлөш индерә. «Сәләм» тапшырыуын ойоштороуҙа һәм алып барыуҙа ҡатнаша, «Ватан» программаһының алыштырғыһыҙ хәбәрсеһе була. Әле лә ул Башҡортостандың төп телеканалында «Яңылыҡтар» даръяһын гиҙеүен дауам итә.

Республика халҡын тәүге тапҡыр иртәнге эфирҙан сәләмләү бәхете үҙ эштәренә мөкиббән, йәш алып барыусылар иңенә төшә. 1995 йылда «Сәләм» тапшырыуын булдырыу өсөн махсус рөхсәт, финанс ярҙам кәрәк була, етмәһә, айырым штат та юҡ, техника иҫке - әммә был ҡаршылыҡтарҙы ижади коллектив лайыҡлы үтә. «Башҡортостан» радиоһының «Даирә» редакцияһында ижтимағи-сәйәси темаларға ҡыйыу, асыҡтан-асыҡ тапшырыуҙар ойошторған йәш белгес Гөлдәриә Йосопова ла тележурналист булараҡ хеҙмәт юлын нәҡ «Сәләм» программаһында башлай.
Телевидениела башҡорт телендә иртәнге тапшырыуҙың барлыҡҡа килеүен республика халҡы ла йылы ҡабул итә. Шылтыратыуҙар, хаттар күп килә. Гөлдәриә Йосопова сығарылыштарҙы алмашлап башҡорт һәм рус телендәрендә  алып бара.
«Сәләм» тапшырыуынан һуң Гөлдәриә Йосопова «Ватан» яңылыҡтар хеҙмәтендә лә үҙен яуаплы, объектив, шул уҡ ваҡытта талапсан журналист итеп күрһәтә. Республика буйлап ҡына түгел, илдең баш ҡалаһында, сит илдәрҙә уҙғарылған күләмле сараларҙы яҡтырта. Меңдәрсә саҡрым юлдар үтеп, ҡыҙыу, етди темаларға репортаждар, фильмдар әҙерләй. Рәсәй әһәмиәтендәге билдәле шәхестәр, сәйәсмәндәр менән әңгәмәләр ҡора.
Мәғлүмәт тапшырыуҙарының көндөҙгө сығарылыштары шеф-мөхәррире булыуы анһат ҡына түгел. Көндөң иң мөһим яңылыҡтарын зәңгәр экранда беренселәрҙән булып сығарырға кәрәк. Был йәһәттән  Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы үҙ эшен белеп, яратып башҡара. Коллективта ижади атмосфера булдырыуҙа остаздың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.  
Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы шиғриәткә лә ғашиҡ. Уй-кисерештәрен,  яҡын кешеләренә, тыуған еренә булған һөйөүен ул шиғырҙарында сағылдыра, әҫәрҙәре менән гәзит-журналдарҙа, социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлаша. Яҡын киләсәктә йыйынтыҡ сығарыу теләге менән яна.
Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы бөгөн бәхетле әсәй, яратҡан өләсәй ҙә. Оло улы Алмаз юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, юрист булып эшләһә, кесе улы Әмир беренсе синыфта белем ала. Ҡәҙерле кешеһенең тыуған көнөнә ул шәп бүләк тә әҙерләгән.
Федоровка районы Бала Сытырман ауылы ҡыҙы Мәскәү ҡалаһында белем алып, Өфөгә эшкә ҡайтыуына һис тә үкенмәй. Баш ҡала уны һәр яҡлап та сыныҡтыра, бәхетле итә. Алтын юбилейын да Гөлдәриә Йосопова ҡыуанып ҡаршылай. Иң мөһиме - ғаилә именлеге,-ти ул. Эштә лә оло еңеүҙәр алда әле.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика