Тәү тапҡырҙан еңеү яуланылар

Тәү тапҡырҙан еңеү яуланылар 19.07.2016

Баймаҡ районында бер йыл самаһы элек асылған  "Саптар" балалар бейеү студияһы һынатманы, Рәсәй кимәлендә уҙған бейеү фестивалдә ҡатнашып Гран-при яуланы.

Малай һәм ҡыҙҙарҙы ҙур сәхнәгә сығарыу өсөн, әлбиттә, күп көс талап ителә. Көн һайын үткәрелгән бейеү күнекмәләрендә был сәнғәт төрөнөң нескәлектәрен ентекле  өйрәтеү  үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Яңы ғына ҙур сәхнәгә аяҡ баҫыусы бейеү коллективы үҙҙәрен бар Рәссәйгә лайыҡлы танытты. Краснодар крайының Туапсе ҡалаһында уҙған   халыҡ-ара бейеүселәр конкурсында сығыш яһап «Саптар »балалар бейеү студияһы коллектив һәм яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-при менән бүләкләнә.

Рәил Рәхмәтуллин  "Генерал Игзаков" бейеүе менән сығыш яһай һәм тамашасыларҙы таң ҡалдыра. Үҫмерҙең генералға оҡшаған етди йөҙө, хәрәкәте, үҙен сәхнәлә тотоуы профессионал артистарҙан кәм түгел. Ошондай һыҙаттар уға еңеү яуларға булышлыҡ итә лә инде.

Элек-электән Баймаҡтан сыҡҡан бейеүселәр республика, хатта уның сиктәрендә дан тотҡан. Шуныһы ҡыуаныслы әле лә тап ошо төбәктә ойошторолған бейеү коллективтары, бейеүселәр яңынан-яңы үрҙәр яулай. Киләсәккә ҙур пландар ҡороп йәшәүсе «Саптар» балалар бейеү студияһының да был һуңғы еңеүе булмаһын, уларға алда көтөлгән һынауҙарҙа ла ижади уңыштар теләйек.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика