Төрлө милләт ҡурсаҡтары бер залда

Төрлө милләт ҡурсаҡтары бер залда 04.11.2014

Ҡала мәҙәниәт һарайында  ҡул эштәре оҫталарының Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм мәҙәниәт йылына арналған   байрам үтте. Бында төрлө материалдан, төрлө стилдә эшләнгән  ижад емештәрен күрергә мөмкин.  

Сәйнүк өсөн йылытҡыс ҡурсаҡтар әҙерләү еңелдән түгел. Эш ижади ҡараш та, түҙемлек тә, матурлыҡты тоя белеү ҙә талап итә. Һәр береһе өсөн туҡыма, биҙәүестәр махсус рәүештә һайлана. Ҡара сәслеләргә ҡуйы, сағыу төҫтәр килешһә, һарыларға асыҡ туҡымалар һайлана. Ҡурсаҡтарға милли кейемдәр теккәндә һәр милләттең үҙенсәлеге иҫәпкә алына. Ҡурсаҡ йылыны тотһон өсөн итәк ике ҡатлы итеп тегелә, эстәгеһе мамыҡтан, ҡалын булырға тейеш. Бер ижад емеше өсөн өс сәғәт ваҡыт етә, ти Гүзәл Кәримова. Сәйнүк өсөн ҡурсаҡ-йылытҡыстар эшләүҙең иң оҙайлы һәм ҡатмарлы өлөшө - биҙәүестәр. Ҡашмау, түшелдеректәр ваҡ ҡына муйынсаҡтарҙан йыйылһа, ә бына таж-билдектәр инде нәҙек кенә таҫмаларҙан тегелә. Байрам айҡанлы алтын ҡуллы оҫталар Ҡала мәҙәниәт һарайына йыйылды. Бында йылытҡыс ҡурсаҡтарҙан тыш, керамиканан, балсыҡтан, пластиктан эшләнгән әкиәт геройҙарын да, тегелгән, сигелгән, бәйләнгән ижад емештәрен дә күрергә мөмкин. Күргәҙмә кешенең мөмкинлектәре, фантазияһы, уй-хыялдар даирәһе сикһеҙ булыуын иҫбатлай. Мәҫәлән, Марина Ғәбитованың геройҙары - кейәү менән кәләш, улар ысынбарлыҡтан алынған. Бер ҡатын туй юбилейына үҙҙәренең йәшлек образын тыуҙырыуҙы һораған.
 Марина Ғәбитова, ҡул эштәре оҫтаһы: «Берәүҙәр фотоһүрәттәр буйынса сувенирҙар эшләүҙе һораһа, икенселәр тарихи геройҙарға өҫтөнлөк бирә. Нисек кенә булмаһын, был ҡурсаҡтар кешеләргә изгелек тарата. Сөнки матурлыҡ тыуҙырған һәм яратҡан кешенең күңелендә ҡара уйҙарға урын ҡалмай».
Төрлө халыҡ әкиәттәренең геройҙары, йәнлек-хайуандар бер һулыштан йәнләнеп китер төҫлө. Шулай уҡ кейеҙҙән баҫылған, таҫмаларҙан, ептәрҙән үрелгән ҡул эштәре бик күп. Ҡайһы бер оҫталар ағас, таш, балсыҡ кеүек тәбиғи материалдарға өҫтөнлөк бирә. Константин Васин иһә керамиканы һайлай.
Константин Васин, ҡул эштәре оҫтаһы: «Керамиканан әйбер эшләү еңел түгел, ул тиҙ генә ҡатып, ыуалып бара. Әммә был ижад мөғжизәгә тиң, һәр бер хәрәкәт менән ҡул эшенә йән инә бара. Керамика менән эшләү нервыларҙы ла тынысландыра, кешенең фекерләү ҡеүәһен дә байыта».
Күргәҙмәлә ҡул эштәрен тәҡдим итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп. Ойоштороусылар был күргәҙмәне йыл һайын үткәрергә ниәтләй. Улар әйтеүенсә, күңел йылыһын, күҙ нурып түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта ла ҡиммәтен юғалтмай, ул һәр өйҙөң күркәм биҙәге буласаҡ.
 Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку