Төркиәлә йәшәүсе яҡташыбыҙ, «Аҡ ҡош» ижади берлеге продюсеры, режиссер Кирстен Гайнет Салауат башҡорт драма театрына нигеҙ һалған Толбазы колхоз-совхоз  театры тарихы тураһында документаль фильмын тамамланы 04.05.2017

Кинотаҫмала Бөйөк ватан һуғышы осоро сағылдырыла. 1941 йылда Толбазы колхоз театрында эшләгән ир-егеттәр барыһы ла фронтҡа алына. Актрисалар бер нәмәгә ҡарамай театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала.

Ижади эш өс йыл дауам итә. «Ете ҡыҙ театры» документаль фильмын төшөрөр алдынан Кирстен Гайнет Башҡортостан, Красногорск архивтарында эшләй. Сценарий авторҙашы һәм төп кәңәшсеһе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова.Фильм Ғафури, Ауырғазы райондарында, Салауат ҡалаһы, Үзбәкстанда төшөрөлә.  Толбазы колхоз-совхоз театры тамашасылары -  һуғыш балалары үҙ хәтирәләре менән уртаҡлаша.
Бөйөк ватан һуғышына тиклем Башҡортостанда 36 театр эшләп килһә, ҡәһәрле йылдар тамамланыуға ни бары дүртәүһе генә ҡала. Шуларҙың береһе «Ете ҡыҙ театры». Вәғәҙәләренә тоғро ҡалған ошо актрисалар Салауат   башҡорт   драма театрына нигеҙ һала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика