Төнъяҡ Кавказ Өфөлә

Төнъяҡ Кавказ Өфөлә 23.11.2017

Бөгөн  башҡалала ошо федераль округҡа ҡараған төбәктәрҙең йәш фотографтарының күргәҙмәһе асылды.

«Төнъяҡ Кавказ, ете тарих» күргәҙмәһе федераль проект. Ул Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу ҡалаһын үҙ эсенә ала, ҡатнашыусылар араһында Өфө лә бар.  Залда ете авторҙың ижад емештәре ҡуйылған, улар Кавказ халҡының йәшәйешен, тәбиғәтен сағылдыра.  Проект төбәктең күркәмлеге менән таныштырып туризмды үҫтереүҙе  күҙ уңында тота. Ойоштороусылар Рәсәйҙең Төнъяҡ Кавказ буйынса министрлығы һәм ТАСС мәғлүмәт  агентлығы.  Кавказды    һуғыш, бәрелештәр менән ассоциациялау ысынбарлыҡҡа тап килмәй, төбәктә ҡунаҡсыл, ихлас халыҡ йәшәй, мөһабәт тауҙар  туристарҙы көтөп ҡала, ти улар.
Руслан Мирсаяпов, Башҡортостан республикаһы министры: «Башҡортостан менән Төнъяҡ Кавказ  тәбиғәтендә  уртаҡ һыҙаттар күп, беҙҙең Республика ла  хозур тәбиғәте, мәғрүр тауҙары менән дан тота. Милли йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ араһында ла оҡшашлыҡ бар. Шуға күрә башҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының күңеленә был күргәҙмә хуш килер тип уйлайым. был проект эске туризмды үҫтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика