Төҙөкләндереү эштәренән һуң бөгөн баш ҡалала «Башҡортостан» дәүләт концерт залы үҙ ишектәрен асты 05.12.2014

Быға тиклем «Нефтсе» мәҙәниәт  һарайы булараҡ хеҙмәт иткән мәҙәниәт усағы бөгөндән сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡабул итергә әҙер. Тантанала Мәҙәниәт йылына йомғаҡ яһалды. Матурлыҡҡа һәм сәнғәткә хеҙмәт итеүсе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Республика Президенты дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында  тәүге тапҡыр Россининың «Севильский цирюльник» операһынан өҙөк яңғырай.  Яҡшыртылған аккустиканың сифатын Башҡортостандың мәҙәниәт министры тикшерә. Бәләкәй залдың тәүге тамашасыһы Республика Президенты.
Репетициялар залы төҙөкләндереү эштәренән һуң заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Музыка ҡоралдарынан ағылған моңдоң бар нескәлектәрен ишетергә мөмкин тип бүлешә белгестәр. Әле бинала ремонт эштәренең беренсе этабы тамамланған. Яңыртылған бина республиканың барлыҡ төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Сәнғәт әһелдәре Мәҙәниәт йылы йомғаҡтарын барланы.
Мәҙәниәт йылының иң сағыу ваҡиғаларының береһе -    йыл символын  райондан-районға тапшырыу йолаһы. Тирә-яҡҡа матурлыҡ таратыу ниәтендә  мәҙәниәт йылы штандарты һәр төбәкте урап сыҡты, Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында булды,  хатта Ирәмәл тауына күтәрелде. Эстафета еңеүсеһе тип Борай районы билдәләнде.
Сәнғәтте бер ҡалыпҡа һалып булмағандай, төбәк мәҙәниәте лә бер йыл менән баһаланмай. Халыҡ мәҙәниәтенең   тамырҙары быуаттарға барып тоташа.  Шуға күрә рәсми  билдәләнгән йылдың үтеүе мәҙәниәт йылының тамамланыуы  тураһында аңлатмай, тине Рөстмә Хәмитов.
Тантана аҙағында бер төркөм һөнәр алдынғылары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Тимәк, тиҫтәләрсә йылдар лайыҡлы хеҙмәт, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр һәм сағыу сығыштар  һөҙөмтәһеҙ үтмәгән. Яулайһы яңы үрҙәр ҙә алда әле.
Башҡортостанда иғлан ителгән мәҙәниәт йылы тамамланды. Ошо осорҙа йөҙҙәрсә мәҙәни усаҡтар төҙөкләндерелде, ауыл клубтарының матераиль техника базаһы нығытылды. Киләһе йылда ла Башҡортостандың йылъяҙмаһы мәҙәни саралар менән тулыланасаҡ, сөнки  2014-се йыл илдә Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика