Тәүге ҡарлуғастар

Тәүге ҡарлуғастар 03.06.2016

Хөрмәтулла Үтәшевтың балалар театр студияһы тәүге ижад миҙгелен япты. Сәхнәгә кескәй актерҙар  үҙенсәлекле тамаша ҡуйҙы.

Февраль айында барлыҡҡа килгән  театр студияһында Өфөнән генә түгел, Иглин районынан килгән шөғөлләнеүселәр бар. 7-13 йәштәрҙәге балалар өсөн ике төркөмгә бүленгән. Барлығы 25 бала. Малай һәм ҡыҙҙарҙы  сәхнәлә  ҡаушамаҫҡа, үҙҙәрен ышаныслы тойорға өйрәтәләр. Баланы театр сәнғәте аша үҫтереү беҙҙең төп маҡсатыбыҙ, ти студия етәксеһе Хөрмәтулла Үтәшев.  
Кескәй актерҙар сәхнә теле, актерлыҡ оҫталығы һәм сәхнә хәрәкәте буйынса оҫталығын шымартты. Үҙ-ара дуҫлашып, дәрестәргә ихлас йөрөгән балаларға уҡытыусылары ҙур өмөттәр бағлай.
Әле балалар телмәрен , тән хәрәкәтән камиллаштыра. Көҙгөлөккә улар тамашасыларҙы бәләкәй спектаклдәр менән ҡыуандырырға ниәтләй.
Балалар театр студияһы үҙенең кескәй ижад миҙгелен япты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар яңы идеялар, көстәр тупларға йәйге ялға сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика