Тәүге ҡарлуғас

Тәүге ҡарлуғас 16.01.2016

Беренсе башҡорт опера йырсыһы Хәбир Ғәлимовты халыҡ тап шулай йөрөткән. Шәхес рухын мәңгеләштереү буйынса уның тыуған ауылы Салауат районы Лағырҙа бик күп эштәр башҡарыла. Урындағы мәктәптә опера йырсыһына арналған музей ҙа эшләй. Әлеге ваҡытта уны байытыу, яңы архив материалдар менән тулыландырыу әүҙемләшкән. Был эштә Хәбир Латип улының ҡыҙы Земфира Вәлиева ла ярҙамлаша.

Башҡорт дәүләт опера театрының 1938 йылғы афишаһы. Әлеге ваҡытта ул тарихи ҡомартҡы һанала. Театр артистарының фотоһүрәттәре, исемдәре ҡара төҫ менән буялыуы уларҙың «Халыҡ дошманы» тигән мөһөр тағылыуы тураһында һөйләй. Шәхестәрҙең кем икәнлеге әлегәсә билдәһеҙ ҡала. Афишаны мәктәп музейына беренсе башҡорт операһы йырсыһы Хәбир Ғәлимовтың ҡыҙы Земфира ханым тапшырған. Әлбиттә, ҡомартҡылар араһында урын алған әйбер был ғына түгел...
Опера йырсыһының уйнаған пианиноһы, ул кейгән сәхнә кейемдәре, пластинка, иҫәпһеҙ- һанһыҙ фотоһүрәттәр. Лағыр ауылы халҡы шәхестең рухын ҡәҙерләп һаҡлай. Мәктәптә музей булдырыуҙан тыш, Хәбир Ғәлимовтың ауылынан булыу үҙе бер ғорурлыҡ, ти уҡыусылар.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Хәбир Ғәлимов халыҡтың рухын күтәреүгә тос өлөш индерә. Агитбригада менән хәрби частарҙа, госпиталдәрҙә, фронттың алғы һыҙығында сығыш яһай. Башҡорт халыҡ сәнғәтен ул Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъя илдәре тамашасыларына ла таныта. Хәбир Ғәлимовҡа арнап тиҫтәгә яҡын шиғырҙар яҙылыуы ла уның юғары сәнғәт өлгөһө вәкиле булыуы хаҡында һөйләй. Юҡҡа ғына халыҡ Хәбир Латип улын «Тәүге ҡарлуғас» тип йөрөтмәй.
Шәхестең рухын мәңгеләштереү буйынса Лағыр урта мәктәбендә бик күп эштәр башҡарыла. Әленән-әле мәғлүмәт, архив документтар менән тулылана. Мәҫәлән, был урында тиҙҙән бай һәм үҙенсәлекле стенд барлыҡҡа киләсәк. Ә уға тиклем беренсе опера сәнғәте йырсыһының тормош һәм ижад юлы менән яҡындан бары тик ҡағыҙҙар аша танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика