Түҙемһеҙлек  менән кѳткән иң гүзәл миҙгелдәрҙең береһе - йәй етеп килә 31.05.2017

Һәр йылдағыса быйыл да йәйге осорҙа балалар һәм  үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороуға, һаулығын нығытыуға ҙур иғтибар бүленәсәкк.  Баймаҡ районына быйыл ошо маҡсатта республика бюджетынан 13   миллион  һум  аҡса бүленгән.  

Ҡала ситендә урынлашҡан  Орленок   һәм Граф күле балаларҙы  һауыҡтырыу үҙәктәре   быйылғы   йәйге осорҙа балаларҙың һәм  үҫмерҙәрҙең һаулығын нығытыуға,   ялын ойоштороуға әҙерләнә.  Әле корпустарҙағы    аҡлау   һәм буяу эштәре  тамамланыу өҫтөндә.  Быйылғы миҙгелдә  лагерҙарҙа  3 заезд ҡаралған, уларҙа барлығы туғыҙ йөҙгә яҡын   бала  һаулығын нығытасаҡ.
Быйылғы йылда путевка   хаҡы ун алты  мең һумдан ашыу.  Бюджет өлкәһендә эшләгән ата‐әсәләр,  шуның 10 процентын ғына  түләй.   Күберәк ата‐әсә ҡарамағынан мәхрүм һәм социаль ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә  иғтибар  ныҡ буласаҡ.   Балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү өсөн шулай уҡ   походтар, төрлө сәйәхәттәр ҙә   ҡаралған.  Ҡала ситендәге лагерҙарҙа тәүге заезд    бишенсе һәм алтынсы   июнь көнө   башлана.
Шулай уҡ  мәктәптәр  янындағы лагерҙар   беренсе  июндән  эш  башлаясаҡ.   Бындай лагерҙар 32  мәктәптә ойошторола.    Унда  2000 меңдән ашыу  баланы йәлеп итеү ҡаралған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика