Сыуашстан Республикаһында Рәсәй әҙәбиәте йылы Константин Иванов исеме аҫтында үтә

Сыуашстан Республикаһында Рәсәй әҙәбиәте йылы Константин Иванов исеме аҫтында үтә 28.05.2015

Хәҙерге заман сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы  яҡташыбыҙ Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында тыуып үҫкән Константин Иванов сыуаш халҡы өсөн рустарға Пушкин ҡәҙерле булған кеүек ҡәҙерле. Күптән түгел Чебоксар ҡалаһында классиктың 125 йыллығына арналған тантаналы саралар үтте. Унда Башҡортостандан рәсми делегация ла ҡатнашты. «Нарспи» поэмаһы-яҙыусы Контантин Иванов ижадының иң бейек нөктәһе. Поэманың төп геройҙары - сыуаш Ромео һәм Джульеттаһы-Нарспи һәм Сетнер. Яҙыусының әҫәрҙәре 70 телгә тәржемә ителгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уның иң билдәле әҫәрҙәрен башҡорт теленә уңышлы тәржемә иткән.

Валентина Латипова, Башҡортостан  мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары: «Беҙҙең өсөн Константин Иванов билдәле шәхес.  Башҡортостаныбыҙҙан шундай һәләтле кеше  сығыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең сыуаш халҡы бик талантлы, уларҙың диаспораһы ла көслө. Беҙ Константин Ивановты һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ».
Иртәгә Константин Ивановтың юбилейы уңайынан ойошторолған саралар Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында үтә. Байрам сыуаш әҙәбиәте классигының ҡәберенә һәм һәйкәленә сәскә һалыуҙан  башлана. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар Константин Ивановтың йорт-музейына ла тамаша ҡыласаҡ. Бындай мәртәбәле саралар Башҡортостан  етәкселеге ярҙамында юғары кимәлдә ойошторола.
Михаил Игнатьев, Сыуашстан республикаһы башлығы: «Беҙҙең республикала һәм шулай уҡ Башҡортостанда үткәрелгән саралар халыҡ үткәндәрҙе онотмаһын, кешеләр үҙ ерен һәм яҡындарын ҡәҙерләһен, өлкән быуындарға хөрмәт менән ҡараһын   өсөн яҡты, изге эҙ ҡалдырасаҡ. Константин Иванов та  быны теләгән, уның яҡты исеме беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика