Сыуаш әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Константин Ивановтың тыуыуына 125 йыл

Сыуаш әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы Константин Ивановтың тыуыуына 125 йыл 29.05.2015

Ошо уңайҙан бөгөн яҙыусының тыуған яғы  Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында байрам тантаналары үтте. Юбилейға Сыуашстан Республикаһынан ҙур ғына делегация ла килгән. Аҙна уртаһында Чебоксарға Башҡортостан вәкилдәре лә барғайны.

Ыҫлаҡбаш ауылы мәктәбенең 7 синыфын тамамлаған Виктория яҡташы Константин Ивановтың ижадын ихлас ярата. Ҡыйын булһа ла ҡыҙ шағирҙың «Нарспи» поэмаһын башҡорт телендә ятлаған. Данлыҡлы ҡәләм оҫтаһының ауылдашы булыу, ул үткән урамдарҙан йөрөү минең өсөн ҙур ғорурлыҡ ти Виктория.
Виктория Шеметова, Ыҫлаҡбаш ауылы мәктәбе уҡыусыһы: «Константин Иванов минең өсөн шундай бөйөк, билдәле шәхес. Мин уның менән бер ауылда йәшәүемә ғорурланам. Шиғырҙарын һәм поэмаларын да яратып уҡыйым».
Әлбиттә, ҡыҙ башҡалар кеүек бөйөк шағирҙың 125 йыллыҡ юбилейын байрам итеүҙән ситтә ҡала алмаған. Тантанаға төрлө төбәктәрҙән 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Шулай итеп Константин Иванов шәхесе Башҡортостан ерендә былай ҙа татыу йәшәгән милләттәрҙе тағы ла берләштерҙе.
Константин Иванов 25 йәше тулмаҫ уҡ яҡты донъянан китә. Ләкин ошо ҡыҫҡа арауыҡ эсендә лә ул тарихта юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Талантлы шағир, хәҙерге сыуаш әҙәби теленә башланғыс биреүсе һанала. Быйыл Сыуашстан Республикаһында әҙәбиәт йылы сиктәрендә Константин Иванов йылы иғлан ителгән.
Константин Иванов ижады халҡына ҙур йоғонто яһаған. Ул шулай уҡ 20-се быуат башында рус класиктары әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә иткән. Ә инде аҙаҡ үҙенең ижад емештәре лә донъя буйлап таралған. «Нарспи» поэмаһын башҡорт теленә тәржемә иткән Мостай Кәрим дә шағирҙың теленән хайран ҡалған. Әҫәр уның ҡыҙына ла ныҡ тәҫьир иткән.
Ыҫлаҡбашта байрам гөрләп үтте. Ауыл уртаһында сағыу тамаша ойошторолдо, үҙешмәкәр коллективтар бер береһе менән ярышып сығыш яһаны, ҡунаҡтарҙы милли аштар менән һыйланы.
Константин Ивановтың 125 йыллыҡ юбилей тантанаһы артабан район үҙәгенең мәҙәниәт йорто сәхнәһендә дауам итте. Ҡунаҡтар алдында Ҡырмыҫҡалы, Федоровка, Бишбүләк райондары коллективтары сығыш яһаны. Ә инде сағыу тамашаны Чебоксар ҡалаһынан килгән сыуаш халыҡ ансамбле тамамланы.
Илфат  Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика