«Сыңҡылдаҡ себен» дауаханала 11.06.2016

Республика балалар клиник дауаханаһында хәйриә тамашаһы үтте. Уны һаулыҡтарын нығытҡан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары ойошторҙо

Корней Чуковскийҙың әкиәте буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы сентябргә тәғәйенләнгән. Әммә уны йәйге ял ваҡытында хәйриә акцияһы сиктәрендә  шифахана, лагерь һәм  дауаханаларҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ.  Өр-яңы спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Яр Саллы ҡалаһы ҡурсаҡ театрынан саҡырылған Игорь Клюев. Музыкаль спектакль ун көн тирәһендә әҙерләнеп йәш тамашасы хөкөмөнә сығарылған.
Сағыу костюмдар, күңелле йырҙар, көлкөлө тауыштар. Дауахананың тамаша залында актерҙар кескәйҙәргә матур байрам ойошторҙо. Балаларҙың шат йөҙҙәрен күреү өсөн уларға ҡурсаҡ йөрөтөүсе һәм драма актерының оҫталығын берҙәй ҡулланырға тура килде. Музыкаль тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Быны актерҙарҙың хәрәкәттәрен ҡабатлап  ихлас бейегән дауаланыусылар иҫбатлай.
Хәйриә акцияһы сиктәрендә ҡуйылған әкиәт фәһемле һәм изге фекер йөрөтә. Ул да булһа, бер-береңә ҡарата мәрхәмәтле мөнәсәбәттә, яҡшы уйҙа булыу. Балалар ҙа тамашанан сабыйҙарса кинәнес алып, яҡты хыялдар донъяһында гиҙҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика