Свердловск өлкәһендә һабантуй байрамы үтте 30.06.2014

Мәҙәни сарала Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан һәм Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Мәҙәни сарала Башҡортостан, Татарстан Республикаларынан һәм Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты.

Байрам ике майҙанда барҙы. «Труд» стадионында үҙәк сәхнә урынлашты. Бында төбәктәрҙән килгән артистар, сәхнә йондоҙҙары тамашасыларҙы сағыу концерт номерҙары менән шатландырҙы. Спорт майҙанында ла халыҡ күңелле ял итте. Милли көрәш, ҡолғаға үрмәләү, йүгереү һәм башҡа ярыштарҙа иң көслөләр билдәләнде. Байрам ҡунаҡтары милли аш-һыу өҫтәлдәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре, сауҙа рәттәре менән танышты. Башҡортостан исеменән сарала Дыуан районы һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Улар тирмә ҡороп, байрам ҡунаҡтарын милли йолалар менән таныштырҙы. Салауат Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Урал тауы берәү генә. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның итәгендә йәшәйбеҙ. Шуға ла беҙгә туған булған Свердловск өлкәһе халҡы менән элек-электән бәйләнеш тотабыҙ. Ошондай мәҙәни саралар, байрамдар киләсәктә иҡтисади бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә».



Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика