Сталин төҙөткән мәсеткә 70 йыл

Сталин төҙөткән  мәсеткә  70 йыл 12.12.2016

1946 йылда Иосиф Сталиндың  рөхсәте менән Силәбе өлкәһендә яңы мәсет сафҡа инә. Миәс ҡасабаһында Иман йортон төҙөүҙә Көньяҡ Уралда йәшәүселәр әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә изге йорт 70 йыллығын билдәләне.

Иосиф Сталинға дини йорт төҙөүгә рөхсәт биреүен һорап, һуғыштан ҡайтҡан ошо яҡтарҙа йәшәүсе яугирҙар мөрәжәғәт итә. Батырҙарҙың үтенесен ил башлығы кире ҡаҡмай. 70 йыл элек барлыҡҡа килгән мәсеттән  бөгөн дә кеше өҙөлмәй. Бында ҡасаба халҡы ғына түгел, Силәбенән, тирә-яҡтағы райондарҙан да диндарҙар килә. Тарихи мәсеттең юбилейында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин  ҡатнашты.
Өйлә намаҙынан  һуң ҡунаҡтар мәсеттең 70 йыллығына уңайынан таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнашты. Өлкә диниә назараты етәксеһе Ринат Раев ислам динен таратыуға үҙ өлөшөн индереүсе дин әһелдәренә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сара байрам табыны менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика