Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлинаның 65 йәшенә арналған юбилей кисәһе үтте 17.12.2016

Тамаша ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә Рәйлә Назарғолова әҫәре буйынса әҙерләнгән «Ҡоҙағый» мелодрамаһы сәхнәләштерелһә, икенсе өлөштә юбилярҙы ҡотлау, тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны.

Әйткәндәй, быйылғы йыл Рафиға Арыҫлан ҡыҙы өсөн иҫтәлекле даталарға бай булды. Тормош иптәше, ижадташ дуҫы Рауил Әхтәрйән улы менән бергә ғүмер итеүҙәренә - 45, Өфө сәнғәт институтын тамамлауына - 45, Стәрлетамаҡ дәүләт театрында эшләүҙәренә 25 йыл тулды. Салауат районы ҡыҙы Рафиға Ғәлина ижад иткән ролдәренең халыҡсанлығы менән алдыра. Ижади коллективта, тамашасылары алдында ул ихтирамлы, тәжрибәле һәм һоҡланғыс актриса булыуы менән ҡәҙерле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика