Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең баш ҡалалағы гастролдәре тамамланды

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең баш ҡалалағы гастролдәре тамамланды 13.10.2014

Өс көн дауамында ижади коллектив Өфө тамашасыһына театр репертуарының иң сағыу сәхнә әҫәрҙәрен күрһәтте.

Шулай ҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимов театр гримы һалыу нескәлектәрен яҡшы белә. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта урта йәштәге актер танымаҫлыҡ булып оло йәштәге образға инде. «Ҡыш - буранһыҙ, йәй – ҡояшһыҙ» булмаған кеүек, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһен Физәлиә менән Илһам Рәхимовтарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Талантлы, сәхнәгә ғашиҡ актерҙар һоҡланғыс ғаилә булараҡ та яҡшы таныш.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына стәрлеләр гастролдең беренсе көнөндә Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын тәҡдим итте. Төп Наза ролен Резеда Әмәкәсева уйнаны.
Республиканың төп телеканалы аша «Күңелле йәшәйбеҙ» проекты һәм шулай уҡ, «Бәхет ҡошо» сериалы аша яҡшы таныш Стәрлетамаҡ артистары гастролдәрен күптән көттө баш ҡала тамашасыһы. Зәңгәр экрандарҙа бер булһа, ә инде күҙмә-күҙ осрашыу бөтөнләй икенсе, ти улар.
Баш ҡалала Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе гастролдәре өс көн дауам итте. Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса»һынан тыш, баш ҡала тамашасыһы хөкөмөнә ике премьера сығарылды - ул Туфан Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар» һәм Альбер Камюҙың «Калигула»трагедияһы.
Әйткәндәй, «Калигула» спектале бер миллион һум күләмендәге Президент гранты ярҙамында сәхнәләштерелгән. Үткән быуаттың 40-сы йылдарында ижад ителгән әҫәр Боронғо Рим императорының яуызлығы, миһырбанһыҙлығы хаҡында. Пьесалағы һәр образ тамашасыны үҙенсә тетрәтте, шул уҡ ваҡытта үҙенсә яҡын булыуы менән алдыра.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку