Стәрлетамаҡ дәүләт-театр концерт берләшмәһе яңы ижад миҙгелен асыу уңайынан ҡыҙыу әҙерлек алып бара

Стәрлетамаҡ дәүләт-театр концерт берләшмәһе  яңы ижад миҙгелен асыу уңайынан ҡыҙыу әҙерлек алып бара 27.09.2016

Быйыл да тамашасыларҙы мауыҡтырғыс концерт программалары, күңелдәргә үтеп инерлек спектаклдәр, ҡыҙыҡлы тамашалар көтә.  

Бөгөн Башҡорт драма театры  «Театр төнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып бай йөкмәткеле программа күрһәтә. Көндөҙгө сәғәттәрҙә артистар Рәсәй киноһы йылына һәм ҡаланың 250 йыллығына арналған шиғри видеофлешмоб ойошторһа, ә кескәй тамашасылар Наталья Шорҙың «Приключения с огнем» әкиәтен ҡарап ҡыуанасаҡ.
Был әкиәт ут менән һаҡ булырға һәм уның менән шаярмаҫҡа өндәй. Ә кисен Флүр Ғәлимовтың «Гонаһлы хыялдарым» комедияһы сәхнәләштереләсәк.  Әйтергә кәрәк, иртәгә филармония үҙенең концерт миҙгелен асыу тантанаһын Рәсәй киноһы йылына бағышлай. Концерттың беренсе өлөшөндә  рус халыҡ ҡоралдары оркестры һәм талантлы йырсылар башҡарыуында төрлө фильмдарҙан билдәле йырҙар һәм көйҙәр яңғыраясаҡ.  Тамашаның икенсе өлөшөндә режиссер Руслан Юлтаевтың Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Өс хат» фильмы күрһәтелә.  29 сентябрь  Башҡорт драма театры үҙенең сираттағы ижад миҙгелен Мирхәйҙәр Фәйзинең  «Ғәлиәбаныу» музыкаль драмаһы менән аса. Был тантана билдәле әҫәрҙең сәхнәлә ҡуйылыуына 100 йыл, ә Стәрлетамаҡ сәхнәһендә уйналыуына 10 йыллығына арнала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика