Стәрлетамаҡ ҡалаһы - башҡорт фольклорының мәҙәни мәккәһе 24.10.2014

Бөгөн «Ашҡаҙар таңдары»ның икенсе көнө тамамланды.

Фестивалдә быйыл 900-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең ете төбәгенән килгән ижади коллективтар үҙ ерлегенә хас милли йолаларын, йыр-бейеүҙәрен тәҡдим итә. Сығыштар фольклор белгестәре тарафынан баһалана. Мәләүез районының Первомайский ҡасабаһынан килгән «Йәнгүзәл» фольклор төркөмөндә 17 кеше шөғөлләнә. Ижади коллектив  бер йыл элек кенә барлыҡҡа килгән.
«Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклоры байрамы быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Фестиваль халыҡ йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға, йәш быуынға еткереүгә булышлыҡ итә, ти ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика