Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда сығыш яһаны

Спиваков фонды тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда сығыш яһаны 23.02.2017

Йәш һәләттәрҙе берләштергән концерт Ту-154 cамолетында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу маҡсатында ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусыларға фондтың исемле стипендиялары ла тапшырылды.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залының камера залында йәш һәләттәр сығыш яһар алдынан һуңғы репетицияларҙы башҡара. Гран-при яулаусы Рәмил Мөхәмәтшин бөгөнгө концертта ике әҫәрҙе башҡарасаҡ. Музыка менән бишенсе йыл шөғөлләнеүсе Рәмил бөгөнгө сығыштың мөһимлеген яҡшы аңлай. Авиаһәләкәттә һәләк булған Александров исемендәге оркестр артистарын хәйриә концеттары үткәреп иҫкә алыу оло мәғәнәгә эйә. Таланттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү һәм йәштәрҙе профессиональ оҫталығын күтәреү буйынса Владимир Спиваков фонды ойошторған концертта ҡатнашыусыларҙың георафияһы ла бик бай. Улар Башҡортостандың һигеҙ төбәгенән килгән. Дәүләкән ҡалаһынан «Берҡаҙан» ҡурайсылар ансамбле лә Спиваков фонды менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Төбәк конкурсында ансамбль уңышлы сығыш яһаған, ә уның ҡурайсыһы Айнур Шәүәлиев беренсе урынға лайыҡ булған.
Владимир Спиваков фонды үҙ эшмәкрлеген 2016 йылдың апреленән башлаған. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән конкурстар ойошторолған. Йәш һәләттәрҙе үҫтереүсе проектта ҡатнашыусылар илебеҙ баш ҡалаһында «Мәскәү дуҫтарын йыя» концертында ла уңышлы сығыш яһаған.
Артур Нәзиуллин, Владимир Спиваков фонды директоры: «Бөгөнгө концерт та осраҡлы түгел. Байрам көндәрендә ойошторолһа ла, унда бер ни тиклем һағыш нотаһы ла бар. Беҙ был концертты авиаһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән Александров ансамбле артистарының яҡты иҫтәлегенә бағышланыҡ».
Сара сиктәрендә сәнғәт әҫәрҙәрен берләштергән күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда «Мәрхәмәт» хәйриә фондында шөғөлләнеүселәрҙең ижади эштәре күрһәтелде. Йәш һәләттәрҙе билдәле рәссам Раушаниә Бәҙретдинова етәкләй.
Бер сәхнәлә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән ижади һәләтле балалар концерты - үҫмерҙәргә профессиональ үҫеү мөмкинлеге лә булып тора. Проекттың талантлы йәш көстәрҙе үҫтереү бурысы үҙ маҡсатына иреште. Һәләтлеләргә исемле стипендиялар тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика