Сорғотта 30-сы тапҡыр округ һабантуйы үтте 23.06.2017

Башҡорттар исеменән Ханты-Манси автономиялы округының алты ҡалаһынан килеүсе милли йәмәғәт ойошмалары һәм Башҡортостан Республикаһының Урал төбәгендәге вәкиле Амур Хәбибуллин сығыш яһаны.

Ханты-Манси төбәге тирмәһендә ҡунаҡтарҙы башҡорт йолаһы буйынса ҡаршы алдылар. Сорғоттоң төрлө милләт вәкилдәре  халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә оло хөрмәт менән ҡараны һәм еренә еткереп башҡарырға тырышты. Ҡаҙ ҡаурыйын һыуға ташлап теләк теләүгә ҡала башлығы Вадим Шувалов та ихлас ҡушылды.
Нижневартовск ҡалаһының «Ҡурай» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рина Йәлилова төбәктә барған ҡойма ямғырҙар ҙа халыҡ йолаларына бәйле тип һанай. Улар туған ҡалаһында яҙҙы "Ҡарға бутҡаһы" байрамын ойоштороп ҡаршы ала. Ә был йола белеүебеҙсә, халҡыбыҙҙа ямғыр саҡырыу сараһы ла булып торған.
Күрше тирмә Сорғот ҡалаһының башҡорт автономияһы ағзаларыныҡы. Унда ҡунаҡтарҙы милли ризыҡ һәм йыр-моң менән ҡаршы алдылар. Ойшма етәксеһе Зөлфирә Итәлмәҫова «Шатлыҡ» тип аталған башҡорт бейеү коллективы менән ғорурлана. Унда алты тиҫтәгә яҡын егет-ҡыҙ милләтебеҙҙең мәҙәниәтен күтәреү буйынса ең һыҙғанып эшләй.
Ғорурланырға хоҡуҡтары һәм сәбәптәре бар себерҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең. Бында «Милләт нуры» тип аталған гәзит сыға. Баҫмала урындағы башҡорттарҙың тормошо яҡтыртыла.
Әйтергә кәрәк, округта көрәш үҫешкән. Ҡойма ямғырға ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ һабантуйҙың төп милли уйынын был юлы ла ҡалдырманы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика