Сит илдә йәшәүсе милләттәштеребеҙ берләшергә саҡыра! 01.08.2016

Хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыу маҡсаты менән Башҡортостанға Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы вәкилдәре  килде.

Милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙы төп бурысы итеп ҡуйған ойошма беҙҙең телеканал менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырыу яҡлы. Европала ассоциация тарафынан ижади фестивалдәр, милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре даими уҙғарыла. Быйыл Женевала үткән башҡорт-татар Һабантуйында 400-ләп кеше ҡатнаша. Ҡунаҡтар араһында Германия, Италия, Франция, Бөйөк Британия вәкилдәре лә була. Байрамда халыҡ йырҙары һәм көйҙәре яңғырай, дәртле бейеүҙәр ҡуйыла, милли уйындар ойошторола. Майҙанда шулай уҡ төрлө сувенирҙар, ҡул эштәрен һатып алырға ла мөмкин ине.  "Юлдаш" ассоциацияһы ағзалары киләсәктә лә ошондай күләмле саралар үткәрергә йыйына. Әлегә башҡа илдәрҙә уңышлы  эшләп килгән башҡорт ойошмалары менән бәйләнеш булдырыла. Бынан тыш, ойошма ағзалары туған телде популярлаштырыу буйынса проекттар өҫтөндә лә эшләргә ниәтләй. Сит ил халыҡтары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса асыҡ онлайн платформа, йәғни уҡытыу методик базаһын әҙерләү маҡсаты ла бар. Киләсәктә Европала башҡорт альянсы барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Ассоциация етәксеһе Айһылыу Йәнтурина - Башҡортостандан. Яҡташыбыҙҙың маҡсаты - төрлө проекттар ярҙамында республика имиджын күтәреүгә үҙ өлөшөн индереү.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика