«Сируси»ның телевизор ҡараусыһын әсир итеүе 08.01.2015

Республиканың төп телеканалы эфирында «Сируси» сериалы дауам итә. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе базаһында төшөрөлгән фильмға ҡарата интернет селтәрендә төрлө яҡлы фекерҙәр яңғырай. Кинола барған ваҡиғаны халыҡ ысынбарлыҡҡа тиңләп урамға яңғыҙ сығырға шөрләп ултырыусылар ҙа юҡ түгел.

«Сируси»... Фильмдың былай тип исемләнеүе күптәрҙе шомло уйға һалғайны. Республиканың төп телеканалында анонс артынан анонс күрһәтелеп, халыҡты оҙаҡ көттөрмәй 2 ғинуарҙа эфирға ла сыға башланы. Ә инде фильмдың тап «Сируси» тип исемләнеүе юҡҡа түгел. Ул мистик персонаж, ниндәйҙер боронғо яугир тигәнде аңлата. Кино сюжеты буйынса тап Сирусының кино төшөрөлгән төбәктә йөрөүе бәйән ителә. Ә фильм башлыса Ишембай районының Маҡар ауылында төшөрөлгән, ҡайһы бер эпизодтар Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла бара. Төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы Зилиә менән Айнур Ситдиҡовтарҙың кино сәнғәтендә тәүгә һынауы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары, фильмда төшөү еңелдән бирелмәне, һәр серияны телевизор аша күҙәткәндә лә, тыныс ҡына ҡарай алмайбыҙ, ти улар. Фильм режиссеры Руслан Юлтаев. Әлбиттә, был кинотаҫма уның тәүге ижад емеше түгел. Русландың ижади багажында Рәсәйҙең билдәле актерҙары ҡатнашлығындағы бик күп тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильм, сериалдар ижад ителгән. Һәр ҡайһыһы уңыш яулап зәңгәр экрандарҙан әле булһа төшмәй. «Күңелле йәшәйбеҙ» проекты, былтыр эфирға сыҡҡан «Бәхет ҡошо» сериалы ла меңдәрҙең һөйөүен яуланы. «Сируси»- сираттағы фильм. Фильмға бәйле социаль селтәрҙәрҙә төрлө яҡлы фекерҙәр ҙә яңғырай... Венер Хөсәйенов: «Кино ҡарап мин бөгөн тышҡа сығырға ҡурҡтым. Нимә эшләргә белмәй Шым ғына илап яттым». Гөлнара Мырҙабаева: «Мин дә тышҡа сығырға ҡурҡҡам хәҙер. Өйҙән дуҫтар килеп алмайынса бөтөнләй сыҡмайым... «Сируси»ны ҡарағандан һуң, ул эргәлә йөрөй тип хис итәм». Илнур Мөхйәнов: «Һеҙ ярар әле. Ул ишеү беҙҙең ауылда төшөрөлгән... Карауат аҫтына инеп ятырлыҡ». Радик Ғиззәтов: «Сирусиның башлығы һәм балтаһы минең өйҙә һаман ята. Мин ауылға ҡайтырға ҡурҡам». Лилиә Килембәтова: «Фильм бик оҡшай. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайбыҙ. Хатта сериалдың башланғанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Башҡорт телендә шундай матур фильмдарҙы күберәк төшөрһөндәр һәм күрһәтһендәр ине». Башҡорт кинематографияһы тулыланған яңы кинотаҫмаһының һәр серияһын күҙәткән халыҡты тәрән уйға һалды, күрәһең. Республиканың төп телеканалы программаһы буйынса «Сируси» фильмы 11 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Ул көн дә 20 сәғәт 30 минутта эфирға сыға. Ә инде фильмдың нисек тамамланыуы, «Сируси»ның кем булып сығыу әлегә сер булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
Булат
11.01.2015 22:03:44
"Сируси"шәп фильм!!!Башҡортса төшөрөлгән фильмдарҙан иң яҡшыһы.Сируси кем икәнен белдек тиһәк,уны тағы почтальонша күрә...һәм кино ла бөттө.Шулай булғас дауамын көтәбеҙ,тиҙерәк төшөрһәгеҙ ине!Стәрлетамаҡтар молодец!!!!!!!Ситдиковтар тоже:)

Возврат к списку


Яндекс.Метрика