"Симфония төнө" моң тарата 23.06.2016

Конгресс холл янындағы амфитеатрҙа сираттағы  концерт үтте.  Сараға Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский,  илдең төрлө субьекттарынан килгән мәҙәниәт министрҙары тамаша ҡылды.

Конгресс Холл янындағы амфитеатр ысын мәғәнәһендә баш ҡаланың  рухи-мәҙәни үҙәгенә әйләнеп бара. Күптән түгел  генә бында "Евразия йөрәге" халыҡ-ара фестивале  йөҙ меңдән ашыу халыҡты  йыйғайны, бөгөн иһә майҙанға симфоник музыкаға һыуһаған халыҡ йыйылды. Тамашасылар алдында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз төркөмө, Милли симфоник оркестр,  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары сығыш яһай.

Башҡортостан һәм Өфө халҡы өсөн күркәм йолаға әүерелгән "Симфония төнө" проектына Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙ һала.  Тәүге тапҡыр ул 2013 йылда үтә һәм Президент грантына лайыҡ була.Был юлы ла симфония төнө тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Сара  алдынан Өфөлә дауыл сығып көслө ямғыр яуыуы ла байрам кәйефен боҙманы. Бөгөнгө концерт һуңғыһы түгел. Классик музыканы яратыусылар  7 июль киске сәғәт етелә ошо уҡ майҙанда  тағы бер тапҡыр симфония төнөн тамаша ҡыла ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика