Силәбе өлкәһенең төп телеканалында урындағы башҡорттар тормошон яҡтыртыусы тапшырыу эфирға сыға башланы

Силәбе өлкәһенең төп телеканалында урындағы башҡорттар тормошон яҡтыртыусы тапшырыу эфирға сыға башланы 22.09.2016

Яңы программала милләттең үткәне һәм бөгөнгө сағылыш ала. Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙ - әүҙем йәштәр «Уралым» тапшырыуын әҙерләүгә бик етди ҡарай. Программа бай йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс булһын өсөн тырышып эшләйҙәр. Урындағы башҡорттарҙың көнитмеше, улар ҡатнашлығындағы күләмле мәҙәни һәм спорт саралары видеояҙмалар аша халыҡҡа еткерелә.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Республиканың Силәбеләге вәкиллеге, Өлкә башҡорттары ҡоролтайы көсө менән барлыҡҡа килгән «Уралым»тапшырыуы коллективына ҙур өмөттәр бағлана.
Амур Хәбибуллин, Башҡортостандың силәбе өлкәһендәге вәкиле: «Силәбе өлкәһендә һуңғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 170 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Шуға был тапшырыу бик кәрәк тигән ҡараштабыҙ. Милләттәштәребеҙ туған телдәге программаны йылы ҡабул итер тип ышанабыҙ».
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ойошторолғандан алып, урындағы милләттәштәребеҙ ерле халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен пропагандалау буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. 90-сы йылдарҙа бында «Тыуған яҡ», «Дуҫлыҡ» баҫмалары донъя күрә, өлкә гәзитендә «Башҡорт» тип аталған ҡушымта сыға. Бөгөн дә   «Уралым» гәзите һәм милли тапшырыу халҡыбыҙ тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙы яҡтыусы төп мәғлүмәт сараһы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика